Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәттең төп сәбәбе булып тиҙлек датчиктарының туңыуы ихтималлығы асыҡланды. «Һарытау һауа юлдары»ның Ан-148 пилоттарына нәҡ улар яңылыш йүнәлеш биргәндер. Был хаҡта Дәүләт-ара авиация комитетының рәсми сайтында хәбәр ителә.
Мәғлүмәттәр буйынса, тәүге «ҡара йәшник»те тикшергәндән һуң осош алдынан һауа судноһының тиҙлеген билдәләү өсөн ҡоролманың ҡабыныуы, ә 6 минуттан һуң Ан-148 самолетының ергә ҡолауы билдәле булды.
Экипаждың проблемалары һауаға күтәрелеп, 2,5 минут үткәс тә башлана, тип белдерә белгестәр. 150 метрлыҡ бейеклектә автопилот ҡабыҙыла. Самолет 1300 метрға күтәрелеп, сәғәтенә 470 саҡрым тиҙлек йыйғас, бортта «хәүефле хәл» башлана.
Йәкшәмбе, 11 февралдә, «Һарытау һауа юлдары»ның Мәскәүҙән Орск ҡалаһына юлланған Ан-148 самолеты һәләкәткә осрауын хәтерегҙгә төшөрәбеҙ. 65 пассажир һәм 6 экипаж ағзаһының ғүмере өҙөлдө. Улар араһында 2 яҡташыбыҙ ҙа бар.





