Республикала автозаправкалау станциялары инфраструктура объекттарын тәртипкә килтереү ҡарала

Республикала «Башнефть» акционерҙар компанияһының автозаправкалау станциялары эргәһендәге инфраструктура объекттарын тәртипкә килтереү ҡарала. Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған хеҙмәттәшлек буйынса комиссия ултырышында белдерелде.

Инфраструктура объекттарын төҙөкләндереүҙе Башҡортостан Хөкүмәте менән «Башнефть» берлектә алып барасаҡ. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлек ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, 2020 йылда республика менән компания араһында нефть эшкәртеү өсөн резерв технология линияһы ҡоролмаһын төҙөү буйынса инвестиция килешеүе ҡабул ителгән.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, былтыр нефть-газ сәнәғәтенә лә ҡатмарлы булды, тотош донъяла ҡара алтынға һәм нефть продукттарына хаҡ төшөүе күҙәтелде. Шуға ҡарамаҫтан, компания инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә, һалымдарҙы ваҡытында түләп бара, тине Республика башлығы. Компанияның генераль директоры Хәсән Татриев та, пандемияға ҡарамаҫтан, программалар уңышлы эшләй һәм төп проекттар буйынса инвестициялар үҫә тигән фекерҙә.

Фото №1 - Республикала автозаправкалау станциялары инфраструктура объекттарын тәртипкә килтереү ҡарала

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ