Аҡса ла, автомобиль дә юҡ. Өфөлә йәшәүсе Альберт Ғабдуллин машинаһын автосервисҡа ремонтҡа индереп 100 мең һум аҡсаһын юғалтҡан. Килешеү буйынса «Ауди» автомобилен 20 көн эсендә йүнәтергә тейеш булалар. Әммә оҙаҡҡа һуҙылған ремонт сәбәптәрен асыҡларға теләгән ир сервисҡа килгәс, «тимер аты»н урамда ҡар аҫтында тапҡан. Ишегендә йоҙаҡ торған ойошма хеҙмәткәрҙәрҙәре бәйләнешкә сығыуҙан баш тартҡан. Артабан БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Декабрҙә «Ауди» автомобилен ремонтлатырға теләгән Альберт Ғабдуллин «Корунд» тип исемләнгән автосервис менән килешеү төҙөп, «тимер аты»н ремонтҡа ҡалдырған. 20 көндән машина әҙер булырға тейеш була. Әммә көтмәгәндә автосервис хеҙмәткәрҙәре телефон шылтыратыуҙарын инҡар итә башлай.
Автомобиль хужаһына хәбәр итмәйенсә, машинаны урамға сығарып ҡуйған хеҙмәткәрҙәр башҡа телефон номерҙарына ла яуап бирмәй. Быға тиклем эш ҡайнап клиенттар менән тулы булған сервиста тынлыҡ урынлашҡан.
Альберт Ғабдуллин ҡултамға ҡуйған килешеүҙә Арина Дерина етәкләгән автосервис «Корунд» тип түгел, «Кронус» тип атала. Ошо документҡа ярашлы, сервиста ремонт эштәре өсөн зыян күреүсенән 95 мең һум аҡса алынған. Тағы ла 15 мең һумды машина хужаһы ремонттан һуң түләргә тейеш булған.
Полицияға мөрәжәғәт иткән водитель әле тикшереү һөҙөмтәләрен көтә. Зыян күреүсегә автомобилен үҙенең ихатаһына күсерер өсөн эвакуатор саҡыртырға мәжбүр була, сөнки «Ауди»ҙың асҡысы һәм дәүләт номеры юҡҡа сыҡҡан автосервис хеҙмәткәрҙәрендә.
Флорида Ким




