Республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды

Ауырғазы районында оло һыу Ағиҙел һәм Өршәк йылғаһы буйҙарында ултырған ике ауылға янай. Һуңғы биш-алты йылда ғәҙәттән тыш хәл осрағы теркәлмәһә лә, йыл да контролдә ҡала бирә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Кешәнле ауылы эргәһендәге быуала бөгөн тынлыҡ. Балыҡсыларҙың сатыр эсендә балыҡ ҡармаҡлауҙарын күрергә мөмкин. Тәү ҡарашҡа һыу ятҡылығы бик үк ҙур булмаһа ла, яҙғы ташҡын осоронда хәүефле, ти урындағы халыҡ. Шулай ҙа, быуаның ярҙарынан сығып, ауылды һыу баҫыу осрағы теркәлмәгән.

Шулай ҙа яҙғы ташҡынға әҙерлек йыл да алып барыла. Махсус саралар көҙ башланып, оло һыу ҡайтҡансы контролдә ҡала . Ауырғазы районы хакимиәте, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре менән бергә төбәктең һыу ятҡылыҡтарын ҡарарға сыҡты. Тәү сиратта ҡарауһыҙ быуалар тикшерелде.

Ауырғазы районында ташҡындың бығаса күҙәтелгәне булмаған. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, шулай ҙа хәүефһеҙлек саралары йыл һайын алып барыла. Сөнки, көндөң ҡапыл йылытыуынан, быуа-йылғаларҙың күтәрелеүе ихтимал.

Колхоз-совхоз быуалары бөгөн урындағы үҙидара органдарына тапшырылһа ла, эш тамамланған тип әйтергә иртәрәк, ти район хакимиәтенән. Һыу ятҡылығын контролгә тотоу өсөн финанслау мәсьәләһен хәл итеү һорала. Әлегә мәсьәлә асыҡ ҡала.

Фото №1 - Республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ