Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә

Объектҡа Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә нигеҙ һалынған. Тиҙ үҫешкән яңы микрорайонда мәктәпкәсә учреждениеға ихтыяж юғары, милекселәрҙең күбеһе – йәш ғаиләләр. Төҙөлөш барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.

Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә квартал һайын заманса балалар уйын майҙансығы. Ата-әсәләр өсөн был күренеш оло ҡыуаныс та, йыуаныс та. Сөнки ҙур биләмәлә 64  балаға ғына иҫәпләнгән мәктәпкәсә учреждение урынлашҡан. Өҫтәмә урындарға ихтыяж юғары. Сәйетовтар ғаиләһе лә улдары Асланды Степан Злобин урамындағы балалар баҡсаһына йөрөтөргә мәжбүр. Бик алыҫ.

Вәғәҙә үтәлә. Сәйетовтар ғаиләһе йәшәгән йорт эргәһендә генә, Академик Ғатауллин һәм Булат Имашев урамдары киҫелешендә яңы мәктәпкәсә учреждение төҙөлөшө гөрләй. Бында тиҙҙән өс йөҙгә яҡын бала йөрөйәсәк. Проект буйынса ун ике төркөм асыу күҙаллана.

Апрелдә өс ҡатлы бинаны тулыһынса күтәреп, тышҡы һәм эске яҡтан биҙәкләү эштәрен башлау планлаштырылған. Төҙөлөш материалдары ваҡытында килтерелә. Финанслау күләме ҙур, яңы объектҡа республика ҡаҙнаһынан 231 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Подрядсы ойошма вәкилдәре эште ваҡытында теүәлләргә иҫәп тота.

Балалар баҡсаһы төҙөлөшө сентябрҙә тамамланырға тейеш, йыл аҙағында ул кескәйҙәрҙе ҡабул итәсәк. Бынан тыш киләһе йылдарҙа микрорайонда 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө ла планлаштырылған. Участка билдәләнгән. Проект дәүләт экспертизаһын үткәндән һуң, республика адреслы инвестиция программаһына индереләсәк.

Фото №1 - Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ