Ипподром тарихы үткән быуаттың утыҙынсы йылдар башына барып тоташа. Орлов, рус сабыш аттары тоҡомдарын үрсетеү тармағы быуат эсендә төрлө үҙгәрештәр кисерһә лә, үҙ булмышына тоғро ҡалған. Был хаҡта БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Илгиз Йәһүҙин юртаҡтар әҙерләү тармағында осраҡлы кеше түгел. Мәсәғүт ауыл хужалығы техникумын тамамлаған, сабыш аттарын күҙ ҡарашынан аңлап тора. Таушалып бөткән, шыҡһыҙ бинала ат ене ҡағылған ир-егеттәр генә оҙаҡҡа тотҡарлана ала, ти Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендә сығыш яһаған жокей.
Сабыш аттарына һәм ипподром хужаларына был бина алты тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт итә. Йылдар үтеү менән иҫкереп һәм таушалып бөткән ат һарайы тарихы 1953-сө йылдан башлана. Ҡасандыр ДыуандаӨфө ипподромының филиалы һәм сабыш аттарын өйрәтеү нөктәһе лә булған. 16 йыл элек юртаҡтарҙы сабышҡа әҙерләү һәм һанау хужалығы шәхси ҡулдарға ҡалған. Әлеге ваҡытта оҙонлоғо 1067, киңлеге 10 метрлыҡ грунтлы һәм киңлеге алты метрҙы тәшкил иткән ат сабыштары юлына реконструкция талап ителә, тип билдәләй белгестәр.
Евгений Трусов, ат сабыштары баш судьяһы, хеҙмәт ветераны
Ипподромдың хужаһы Свердловск өлкәһенән. 16 йыл элек ең һыҙғанып эш башлағайны, һуңынан дәрте һүрелде. Сөнки тармаҡҡа һалған сығымдар үҙен аҡламай. Бөгөн ипподромдың хәле бик мөшкөл. Бында бер кем дә ремонт үткәрергә ашҡынып тормай.
Өфө губернаһының төньяҡ-көнсығыш төбәгендә сабыш аттарын әҙерләү һәм һанау үҙәгенә нигеҙ 1901-1903 йылдарҙа һалынған.1932 -cе йылдан Орлов тоҡомло юртаҡтар үрсетелә башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында райондан ғына бында әҙерләнгән юртаҡтарҙа 150 ир-уҙаман кавалерияла хәл иткес алыштарҙа ҡатнаша. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Сабыш аттарын әҙерләүҙә дыуандарҙың даны хатта Мәскәү һәм Новосибирск ҡалаларына, Финляндияға тиклем барып етә. Дыуан юртаҡтары «Мәңгелек саҡырыу» фильмын төшөргәндә лә ҡулланылған.
Дыуан ипподромында миҙгеленә 20-ләп ат сабыштары үткәрелгән ваҡыттар ҙа булған. Хәҙер иһә уларҙың һаны өс тапҡырға кәмегән. Юртаҡтарҙы аҫрай торған бина 1957-се йылда һалынған һәм ул да тармаҡ кеүек яңырыу көтә.
Гүзәл Борханова




