Аграрийҙар сәсеү кампанияһын 2 аҙнала тамамларға ниәтләй

Фото №1 - Аграрийҙар сәсеү кампанияһын 2 аҙнала тамамларға ниәтләй

Был хаҡта Баҡалы районында үткән агроконференция барышында  ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов белдерҙе. Техника паркын яңыртыу һөҙөмтәһендә һуңғы 3 йылда сәсеү барышын  3-5 көнгә  ҡыҫҡара. Быйыл кампанияға 10 меңдән ашыу трактор, 5 мең самаһы сәсеү агрегаты йәлеп ителә. Сәсеүҙе 15 апрель башлау көтөлә. Вице-премьер - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, төп мәсьәләләр “Агрокомплекс” форумында ҡарала. Ул  Өфөлә киләһе аҙнала ойошторола.

Аграрийҙар сәсеү кампанияһын 2 аҙнала тамамларға ниәтләй

Форум сиктәрендә “АгроКомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе үтә. Унда Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре һәм сит илдән ҡунаҡтар ҡатнашыуы көтөлә. 300-ҙән ашыу компания продукцияһын тәҡдим итә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ