Сәхнә әҫәрен Туймазы дәүләт татар драма театры ҡуя. Әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Мусина.
Театр ун көнлөгөндә республиканың профессиональ театрҙары ҡатнаша. Баш ҡала тамашасылары уҙған миҙгелдең иң уңышлы тип табылған спектаклдәрен ҡарай ала. Декада “Кесе Ватан мәҙәниәте” партия проекты сиктәрендә ойошторола.




