Белгестәр билдәләүенсә, ҙур йылғаларҙа һыу запасы юғары түгел. Шул ук ваҡытта тау һәм дала йылғалары ярҙарынан сығыуы мөмкин. Кама һыу бассейны идаралығы белгесе Гөлсиә Вәлиева беҙҙең радиоға биргән интервьюһында шулай тип белдерҙе.
Иртәгә Өфөлә тейешле хеҙмәттәрҙең яҙғы ташҡынға әҙерлеге тикшерелә. Оло һыуға бәйле теүәл мәғлүмәт март аҙағында билдәле була.






