Пермь крайында Башҡорт мәғрифәте һәм мәҙәниәте көндәре башланды

Фото №1 - Пермь крайында Башҡорт мәғрифәте һәм мәҙәниәте көндәре башланды

Сарала Башҡортостандан ҙур делегация ҡатнаша. Бөгөн Барҙа районында Ғәйнә башҡорттары конференцияһы үтте. Уның барышында атай һәм әсәйҙәр менән туған телде уҡытыу буйынса осрашыу үтте. Ғәйнә башҡорттары конференцияһында ырыу гербы, гимны раҫланды. “Йыйын ерле халыҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә”, - ти сарала ҡатнашыусылар.

Пермь крайында Башҡорт мәғрифәте һәм мәҙәниәте көндәре башланды

Пермь крайында Башҡорт мәғрифәте һәм мәҙәниәте көндәре дауам итә. Программа ике көнгә иҫәпләнгән. Уның барышында балаларға уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, башҡортса йәнһүрәттәр күрһәтелә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ