Рейдта ҡатнашыусылар сауҙа хеҙмәттәре күрһәтеү һәм социаль учреждениеларҙа булып санитар-эпидемиологик талаптар һәм ҡанундар үтәлешен тикшерҙе. Рейда БЮТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Апшерон» ресторанында «Халыҡ контроле» проекты ағзаларын башта саҡырылмаған ҡунаҡ кеүек ҡабул иттеләр. Контролерҙар фойела дистанция һаҡлау өсөн һыҙаттар ҡуйылмауына, ашхана цехтарында аш-һыу хәстәрләүселәрҙең бирсәткәһеҙ һәм битлекһеҙ эшләүенә шаһит булды. Һыуытҡыста ла аҙыҡ-түлектең төрҙәргә бүленеп һалынмауын, күгәргән продукция һаҡланыуын видеояҙма теркәне.
Был майҙанда ҡуртымға ресторан йәйелдергән эшҡыуарҙар етешһеҙлектәрҙе таныны һәм халыҡ контролерҙарына яҡын арала уларҙы бөтөрөргә һүҙ бирҙе.
Күрше ишектәрҙә Инвалидтар йәмғиәте төбәк бүлексәһе өсөн бүленгән бина. Әммә унда бүмәләр кальян кафеһы, караоке -бар кеүек күңел асыу ойошмаларына арендаға бирелгән.
Башҡортостан сауҙа үҙәгенең «Галамарт»
сәнәғәт тауарҙары супермаркетында контролерҙар һатыусылар тарафынан хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын теркәмәне, ә бына газ
баллоны ҡуйылған стендтта 18+ билдәһе булмауына
ныҡлы иғтибар итте.
Рейд сауҙа һәм социаль учреждениелар етәкселәре өсөн фәһемле булды. «Халыҡ контроле» ағзалары теркәлгән хоҡуҡ боҙоуҙар һәм етешһеҙлектәр тураһында Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәте идаралығына хәбәр итәсәк, хоҡуҡ боҙоуҙар иҫбатланған осраҡта юридик шәхестәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала.
Гүзәл Борханова






