Яңауылда урындағы хеҙмәттәрҙең яҙғы ташҡынға әҙерлек торошо тикшерелде

Комиссия ағзалары предприятиеларҙың  авария-ҡотҡарыу бригадалары, янғын һүндереү машиналары һәм юл-патруль хеҙмәте машиналары торошон баһаланы. Ғәҙәттәгесә, техника һәм шәхси состав смотры «Яңауыл һыу каналы» ойошмаһы биләмәһендә үтте. Тикшереүселәр ойошмаларҙың яуаплы осорға ныҡлы әҙерләнеүен, тейешле ҡорамалдар һәм кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителеүен билдәләне.  

Ташҡын осорона яуаплы шәхестәр тәғәйенләнде, яҡынса йылғаларҙың асылыу ваҡыты билдәләнде. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә авария хәлдәрендә оператив сараларға әҙер булһын өсөн даими мониторинг үткәрәбеҙ. 

Салауат Ғилмиев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары   
Фото №1 - Яңауылда урындағы хеҙмәттәрҙең яҙғы ташҡынға әҙерлек торошо тикшерелде

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ