Йылайыр районындағы «Патриот» эшкәртеү предприятиеһы 2 миллион 300 мең һумлыҡ тирмән һатып алған

Табышлы проектта ҡатнашыусы предприятие ҡоролма хаҡының 10 процентын ғына ҡаплаясаҡ.

Фото №1 - Йылайыр районындағы «Патриот» эшкәртеү предприятиеһы 2 миллион 300 мең һумлыҡ тирмән һатып алған

Быға тиклем кооператив ҡатнаш аҙыҡ етештереү һәм һатыуҙа махсуслашһа, артабан халыҡҡа экологик яҡтан таҙа беренсе, икенсе һәм юғары сортлы он етештерә башларға ниәтләй. Бикйән ауылында урынлашҡан тирмәнгә эшкәртеү өсөн бойҙай райондың шәхси хужалыҡтарынан да ҡабул ителәсәк. 

Фото №2 - Йылайыр районындағы «Патриот» эшкәртеү предприятиеһы 2 миллион 300 мең һумлыҡ тирмән һатып алған

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ