Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарылды

Йәрминкәлә эшсе һөнәрҙәрҙән алып сәнғәт даирәһенә тиклем 100-ҙән ашыу хеҙмәт урыны тәҡдим ителде. Тыумыштан ишетеү һәләтенән мәхрүм граждандар эш биреүселәр менән сурдотәржемәсе ярҙамында аралашты.

Мәшғүллек үҙәге белгестәре шулай уҡ йәрминкәгә килеүселәргә эшкә урынлашыу буйынса файҙалы кәңәштәр бирҙе. Йыл һайын Өфө мәшғүллек  үҙәгенә  мөмкинлектәре сикләнгән меңдән ашыу  кеше мөрөжәғәт итә. Уларҙың уңайлыҡтары өсөн вакансиялар банкы ла булдырылған.

Фото №1 - Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарылды

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ