Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлегенә бағышланған Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк

Сара Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында үтәсәк. 20 мартта гинекология һәи хирургия йүнәлешенә бағышланған сарала Италия, Австрия һәм Ҡытай белгестәре ҡатнашасаҡ тип көтөлә. Табиптар тәжрибә уртаҡлашып видеобәйләнеш аша ҡатмарлы операция яҙмаһын экранда күрһәтәсәк. Башҡортостан белгестәре онкология диагнозы ҡуйылған ҡатындың балаятҡы муйынтығына ҡатмарлы операция эшләп һөнәри оҫталығы менән уртаҡлашасаҡ.   

Был операция бик үҙенсәлекле, сөнки 34 йәшлек ҡатындың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ике бригада ҡушылып эш алып барҙы. Табиптарҙың бер өлөшө организмға таралған метастаздарҙы ҡырҡһа, икенсе төркөм балаятҡы муйынтығын дауалау өҫтөндә эшләй. Республикала был ҡатмарлы әмәлиәт беҙҙең клиникала ғына үткәрелә.

Әлфиә Ящук ,БДМУ клиникаһының акушерлыҡ һәм гинекология клиникаһы етәксеһе
Фото №1 - Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлегенә бағышланған Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ