Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Ишембайҙа булды. Башҡортостан Башлығы Катализаторҙар заводы эшмәкәрлеге менән танышты. Бында етештерелгән тауар юғары сифатлы яғыулыҡ сығарыуҙа ҡулланыла, шулай уҡ нефть- һәм газ эшкәртеү тармағында киң файҙаланыла. Радий Хәбиров билдәләүенсә, завод импортҡа алмаш йүнәлешендә уңышлы эшләй, экспортҡа ла тауар оҙата.
Республика етәксеһенә “Ишембай махсус техникаһы” ойошмаһында сығарылған сүп ташыу машинаһын күрһәттеләр. Радий Хәбиров техниканы төбәк операторҙарының береһендә һынап ҡарарға тәҡдим итте.
Башҡортостан Башлығы Ишембайҙа боҙ һарайын асыу тантанаһында ла ҡатнашты. “Ишембай-Арена”ла хоккей уйындары, фигуралы шыуыу буйынса күнекмәләр үткәрергә була. Радий Хәбиров боҙ һарайы етәкселегенә спорт ҡорамалдары һатып алыу өсөн 1 миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы Ишембай боҙон шәхсән үҙе һынап ҡараны. Республика Хөкүмәте һәм Ишембай районы хакимиәте араһында иптәштәрсә хоккей уйыны үтте. Унда Хөкүмәт командаһы 4-0 иҫәбенә еңеү яуланы. Радий Хәбиров республикала күберәк боҙ һарайҙарын төҙөү кәрәклеген белдерҙе.






