Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыуға арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Уны Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева уҙғарҙы. Өлкән йәштәгеләрҙе эшкә урынлаштырыу, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам, балаларға пособие юллау темаһы ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бындай социаль хеҙмәттәр Стәрлетамаҡта район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә күрһәтелә. Ике йыл эсендә башҡарылған эштәр һөҙөмтәле тип табылған.






