Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров "Сколково" фондының вице-президенты Юрий Сапрыкин менән осрашыуҙа белдерҙе. Унда Өфөлә Юғары технологиялар технопаркын булдырыу темаһы ҡаралды. Фән, бизнес һәм инновацион предприятиеларҙы алдынғы технологик проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға йәлеп итәбеҙ. Был өлкәлә һеҙҙең дә ярҙамға ышанабыҙ, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан хөкүмәте һәм "Сколково" фонды араһында килешеүгә ярашлы Өфөлә Юғары технологиялар технопаркы булдырыла. Фонд вице-президенты Юрий Сапрыкин.
Юғары технологиялар технопаркы Өфөлә Зәки Вәлиди урамында урынлаша. Уны быйыл май айында асыу планлаштырыла.




