Дүртөйлө районында Рәсәй банкында теркәлмәгән 5 мең һумлыҡ купюралар асыҡланған. Ике кеше ҡулға алынған. Улар юл буйҙарындағы кибеттәрҙә ялған аҡса менән иҫәпләшкән. Ҡулға алыныусылар ғәйебен таныған. Ҡануниәт буйынса уларҙың 8 йылға тиклем ирке сикләнеүе мөмкин.




