Был турала учреждение етәкселеге хәбәр итте. Кешеләр артыҡ күп килмәй, белгестәр хеҙмәтләндереп өлгөрә, ти баш ҡаланың 1-се поликлиника баш табибы урынбаҫары Алексей Дмитриев.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы вакциналау урыны ғәҙәти көндәрҙә эшләй. Көндөҙгә сәғәт 3-тән киске 8-гә тиклем привика яһатырға була. Бының өсөн паспорт, медицина полисы һәм СНИЛС кәрәк. Алдан яҙылырға кәрәкмәй. Вакцина алғандан һуң, табипҡа ҡабаттан килеү көнө билдәләнә.






