Техник фәндәр кандидаты Нияз Мусин шундай фекерҙә. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереп, ҙур һәм ҡеүәтле юғары уҡыу йортон булдырыу дөрөҫ тәҡдим. Фәнни-тикшеренеү үҙәге бөтә донъянан студенттарҙы йәлеп итә ала һәм федераль финанслау була. “Әммә ике юғары уҡыу йортон ҡушыу өсөн аныҡ стратегия булырға тейеш”, - ти Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты Нияз Мусин.
Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү өсөн 2-3 йыл ваҡыт кәрәк. Фәнни-тикшеренеү үҙәге республиканың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ыңғай йоғонто бирә, тигән фекерҙә эксперттар.




