25 март Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышҡа йыйыла. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, ошо йылдарҙа республикала тәүге түләүле юл төҙөлә, әле тейешле документтар әҙерләнә. Ул Өфөнән көнсығыштан сыҡҡан ерҙә, М5 һәм М7 федераль трассаларҙы тоташтырған урында була. Юлды 2024 йылға төҙөп бөтөү планлаштырыла. Спикер билдәләүенсә, түләүле юлдар киләсәктә кәрәкле була, ул юл инфраструктураһының мөһим өлөшө була.




