Башҡортостанда “Сколково” фондының “Ufa Super Hero” инкубация программаһы старт алды

Фото №1 - Башҡортостанда “Сколково” фондының “Ufa Super Hero”  инкубация программаһы старт алды

Был хаҡта республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Проектҡа заманса компьютер технологиялар ҡулланған белгестәрҙе йәлеп итеү күҙаллана. Уға әҙерлек сиктәрендә 19-21 мартта онлайн-хакатон уҙғарыу планлаштырыла. 22 мартта Өфө Бөтә Рәсәй Startup tour  бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Конкурста төрлө төбәктәрҙән 100-ҙән ашыу проект ҡатнаша, шуларҙың 50-гә яҡыны Башҡортостандан. Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә “Сколково” фонды нигеҙендә юғары технологиялар технопаркы булдырыла. Ул Зәки Вәлиди урамында Башҡорт Дәүләт Университеты янындағы бинала ойошторола.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ