Был хаҡта Рәсәй туризмы федераль агентлығы хәбәр итә. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә билдәләүенсә, туристик кешбэк программаһы оҙайтылған. Шуға ла туристарҙы ҡунаҡсыл республикабыҙҙа йәнә көтәбеҙ. Башҡортостандың туризм индустрияһы был өлкәлә даими эш алып бара. Яңы үрҙәр яулай, йәнләнә. Уҙған йыл республикаға 3 миллион ярымдан ашыу турист килгән, тип яҙа Радий Хәбиров. Башҡортостан менән бер рәткә туристик кешбэк буйынса алдынғылар рәтенә Ҡырым, Татарстан республикалары , Калининград һәм Төмән өлкәләре ингән.




