Шулай тип белдерҙе “Юлдаш” радиоһына биргән интервьюһында Башҡортостан гимнының көй авторы, танылған дирижер Фәрит Иҙрисов. Бөгөн уға республиканың мәртәбәле бүләге – Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
Лилиә Букеева 80-се йылдарҙа популярлыҡ яулаған йырсыларҙың береһе. Ул байтаҡ халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүгә ирешә, башҡорт йырын сит илдә таныта. Әле ул Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Бөгөн йырсы Өфөгә маҡтаулы исем алырға килде. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Бөгөн республикала 60-ҡа яҡын мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәре бүләкләнде. Башҡортостандың дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәрен Радий Хәбиров тапшырҙы.






