Башҡортостан Хөкүмәтендә вәкәләттәрҙе бүлешеүҙә үҙгәреш индерелде

Фото №1 - Башҡортостан Хөкүмәтендә вәкәләттәрҙе бүлешеүҙә үҙгәреш индерелде

Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, киң мәғлүмәт саралары, нәшриәт-полиграфия эшмәкәрлеге Премьер-министр Андрей Назаров ҡарамағында була. Быға тиклем был өлкә өсөн вице-премьер Азат Бадранов яуаплы ине. Бынан тыш, Андрей Назаров дәүләт һатып алыуҙарын күҙәтеүгә ала, шулай уҡ электрон хөкүмәт эшмәкәрлеге өсөн яуаплы була.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ