Таныш йөҙҙәр, таныш тауыштар...

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров  мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә республиканың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр исемлегендә мәшһүр сәхнә әһелдәре лә, йәш таланттар ҙа бар. Бөтәһе 60-ҡа яҡын кеше, һәр береһенең исеме халыҡҡа яҡшы таныш. Уларҙың тәьҫораттары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

Бөгөнгө бүләкләү тантанаһы хаҡында, таныш йөҙҙәр, таныш тауыштар, тип әйтергә мөмкин. Юғары дәүләт наградаларына эйә булыусыларҙың исем-шәрифтәре һәр беребеҙгә яҡшы билдәле, әгәр ҙә бөгөн был залда тамаша әҙерләргә тура килһә, ул сәғәттәргә генә түгел, бер нисә көнгә һуҙылыр ине.

Башҡорт һәм татар эстрадаһы легендаһы Фән Вәлиәхмәтов, гимн авторы, дирижер Фәрит Иҙрисов, композитор Рәмил Ғимранов, скульптор Өлфәт Ҡобағошев, Әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова. Һәр береһе Башҡортостан мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте Салауат Юлаев ордены менән баһаланды.

Башҡортостандың халыҡ артисы тигән абруйлы исемгә 13 кеше лайыҡ булды. Улар араһында актерҙар ҙа, йырсылар ҙа, ҡурайсылар ҙа бар. Һәр береһенең ижад һандығында тиҫтәләрсә ролдәр, йырҙар.

Сәхнә оҫталары юғары наградаларҙы ижади коллективтарына ла, яҡындарына ла, ғаиләһенә лә бағышлай. Ә Сәғиҙулла Байегет менән Әнүәр Нурғәлиев был исемде үҙҙәренә ғүмер бүләк итеүсе ғәзиздәренә арнай.

Бүләкләнеүселәр исемлегендә Татарстанда йәшәп ижад иткән яҡташтарыбыҙ Лилиә Букеева менән Рөстәм Асаев та бар. Беҙ Башҡортостанға һәр саҡ ашҡынып ҡайтабыҙ, ти улар.

Мәшһүр сәхнә оҫталарының юлын йәш таланттар ҙа дауам итә. Бөгөн залда Ейәнсуранан моңло йырсы Әлфиә Мырҙабаеваның булыуы шуға асыҡ миҫал.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт халыҡтың рухи һағында тора, уларҙың хеҙмәте кешеләрҙә тормошҡа һөйөү уята, йәшәүгә дәрт өҫтәй.

Тулы ҡанлы тормош өсөн кешегә матди байлыҡ ҡына түгел, рухи аҙыҡ та кәрәк. Мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре ошо яуаплы бурысты үтәй ҙә инде. Ә сәхнә оҫталарын хеҙмәтенә юғары баһа уларҙы ла тағы ла дәртләнеп ижад итергә ҡанатландыра.

Фото №1 - Таныш йөҙҙәр, таныш тауыштар...

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ