Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондары йылғаларында боҙ шартлатылды

 Үҙәк хәрби округы инженерҙары Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә республика йылғаларында ташҡын ваҡытында тығындарға юл ҡуймау буйынса күнекмәләр уҙғарҙы.

Шартлауҙан һуң бер аҙ йоҡарған боҙ ҡатламы ташҡын һыуҙарына ирекле үтеү мөмкинлеге бирә. Шартлау Шишмә районының Сабур, Первомайский, Петряев һәм Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылдарында яңғыраны. Ошондай уҡ саралар үткәреүгә заявкаларҙы Архангел, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ҡариҙел һәм Саҡмағош райондары ла биргән.

Легендаға ярашлы, ташҡын ваҡытында йылғалағы тығындар арҡаһында ауылдарҙың береһенә һыу баҫыу хәүефе янай ине. Шартлатыу төркөмө был урынға барып һыу ятҡылығында разведка үткәрҙе, боҙ ҡалынлығын һәм йылғаның киңлеген үлсәне. Һуңынан боҙҙо быраулап, шартлатыу үткәрҙек.

Евгений Овчинников, шартлатыу төркөмө етәксеһе 
Фото №1 - Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондары йылғаларында боҙ шартлатылды

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ