Башҡортостанда «Йырсы ауыл» вокал ижады конкурсының район этабы дауам итә

Май аҙағына тиклем барлыҡ муниципалитеттарҙа ла тыңлауҙар үтә. Ижади бәйгелә ауыл биләмәләренән яңғыҙ башҡарыусылар һәм үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһай. Төрлө жанрҙар – эстрада, халыҡ йырҙарын да тәҡдим итергә мөмкин. Йәш арауығы сикләнмәгән.

Иглин районында конкурстың һайлап алыу этаптары тамамланған. Ете лауреат Өфө ҡалаһында уҙғарыласаҡ киләһе турға саҡырыу алған. Фестиваль ғәҙәттәгесә йыл аҙағында сағыу Гала-концерт менән йомғаҡлана. Сараны ойоштороусылар булараҡ төбәктең мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге сығыш яһай.

Фото №1 - Башҡортостанда «Йырсы ауыл» вокал ижады конкурсының район этабы дауам итә

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ