Таналыҡ йылғаһында быуа йырылып, Аҡъяр ауылында яр буйындағы йорттарҙы һыу баҫҡан

Хәйбулла районында ҡотҡарыусылар күнекмәләре ошондай сценарий буйынса ойошторолдо. Яҙғы ташҡын алдынан барлыҡ хеҙмәттәрҙең әҙерлеген тикшереү көн талабы.

Оператив штаб тиҙ арала хәлде баһалап, халыҡты эвакуациялауҙы ойошторҙо. Ауылдағы йорт-ҡаралтыларҙы артабан һыу баҫыуҙан һаҡлау маҡсатында гидроҡоролманың ташҡындан зыян күргән өлөшө ҡом менән ҡапланды. Күнекмә киләһе ташҡынға әҙерлек кимәлен күрһәтте.

Башҡортостандың көньяғында ҙур һыу кимәле 25 марттан һуң билдәле буласаҡ. Синоптиктар фаразы шул осорға асыҡланасаҡ.

Фото №1 - Таналыҡ йылғаһында быуа йырылып, Аҡъяр ауылында яр буйындағы йорттарҙы һыу баҫҡан

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ