Һүҙ Өфө эргәһендәге Зубов ауыл советына ҡараған баҡса йорттары ҡасабаһы тураһында. Баш ҡаланан алыҫ түгел үҙ йорттарында йәшәргә теләгән ғаиләләр ерҙе рәсмиләштереү мәсьәләһенә юлыға. Төҙөлөштәр законһыҙ булып сыға. Мәсьәләне БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова асыҡланы.
8 йыл ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән Арыҫлановтар ғаиләләре ишәйеү менән ҡала ситенә күсергә ҡарар итә. Өйҙө төҙөкләндереп, ремонт эшләйҙәр, береһенән-береһе бәләкәй өс ҡыҙға участкала уйын майҙансығы булдыралар. Тик аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай йәш ғаиләгә күсенеү, торлаҡты һүтеү тураһында хаттар килә башлай. Баҡтиһәң, биләмә йәшәр өсөн түгел, ә ауыл хужалығы маҡсаттарына тәғәйенләнгән.
Подрядсы ойошма вәғәҙә иткән асфальт, газ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Рита Яҙыҡбаева ғаиләһе менән «Йәшмә» ҡасабаһына 2018 йылда йәшәргә күсә. Тәү ҡарашҡа барыһы ла яҡшы кеүек тойола. Ер участкаһы, торлаҡ та рәсмиләштерелгән. Әммә аҙаҡ билдәле булыуынса, өйҙә даими теркәлеү мөмкин түгел.
Биләмә пай ерҙәре һәм ауыл хужалығы эштәре өсөн тәғәйенләнгән. Аҙаҡ, ул ниндәйҙер Савельев хужалығына күсә. 2015 йылда ер Татьяна Зиминаға һатыла, ул биләмәне участкаларға бүлеп, һатыу баҙарына сығара.
«Йәшмә» баҡса йорттары ҡасабаһында тәүҙә ысынлап та, йорттарҙы рәсми теркәү рөхсәт ителә. Ләкин һуңғараҡ, был биләмә йәшәүгә яраҡһыҙ тигән һылтанма менән, Зубов ауыл советы һатыу, даими теркәлеү эштәрен туҡтата. Хәҙер барлыҡ төҙөлөштәр законһыҙ, ә милекселәр тәғәйен генә йәшәү урынһыҙ ҡала.
Татьяна Зиминаның подрядсы ойошма менән дә мәсьәләләр тыуа. Урамдарҙы яҙлы-көҙлө батҡаҡ, ә ҡышҡыһын ҡар баҫа. Ләкин ер участкаларын һатыусы менән бәйләнешкә сығып булманы. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Зубов ауыл советына мөрәжәғәт иттек.
Баҡса йорттары ҡасабаһында тороусыларҙың мәсьәләһе менән юрист шөғөлләнә. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Татьяна Зимина менән подрядсы ойошма араһында суд бара. Ә бына 100-гә яҡын өй һәм уларҙы һатып алыусы ғаиләләр яҙмышы нисек хәл ителер? Милекселәр сарыф иткән аҡсаны кем ҡайтарыр? Һорау асыҡ ҡала.
Әлфинә Килдейәрова






