Техник юғары уҡыу йортонда илленән ашыу сит илдән меңдән артыҡ студент белем ала. Йемен йәштәре үҙҙәренең белемгә ынтылыусан, көслө ихтыярлы, ҡунаҡсыл һәм ихлас булыуы менән айырылып тора.
Бөгөнгө осрашыуға саҡырылған ҡунаҡтар көньяк-көнбайыш Азияла, ғәрәп ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Йемен республикаһы һәм унда йәшәгән халыҡтың йолалары һәм көнитмеше хаҡында Өфөгә уҡырға килгән студенттар аша күп мәғлүмәт белде. Тыуған ерҙәрендә 6 йыл буйына барған һуғыш йәштәргә туғандары һәм яҡындары хаҡында босолорға сәбәп булһа ла, йәштәр тыуған төйәген тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләй.
Гүзәл Борханова




