Ҡәҙерле ҡомартҡы.
Тарихтан билдәле булыуынса, атлылар дивизияһы 1941 йылда, халыҡ иҫәбенә ойошторола. Хужалыҡтарҙан 13 меңдән ашыу йылҡы, кәрәк-яраҡтар, кейем-һалым бүленә.
Теүәл 79 йыл элек, 1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы етәксеһе Рәхим Ибраһимов дивизияға байраҡ тапшыра. Тап ошо байраҡ менән башҡорт атлылары һуғыштың аҙағына тиклем барып етә.
Илдар Байбулатов




