Рәсәйҙә коронавирустың көньяҡ африка штамы менән сирләү осрағы асыҡланды

Сит илдән килеүселәрҙән алынған 8 меңдән ашыу анализ 28 кешелә сирҙең британия варианты, ике кешелә көньяҡ африка штаммы барлығын асыҡлаған. Томанлы альбиондан коронавирустың мутацияға бирелгән төрө ғинурҙа уҡ үтеп инһә, африканан әле саҡ килеп етте. Һуңғыһын белгестәр айырыуса хәүефле тип билдәләй. Ул тиҙ йоғоусан һәм быға тиклем ауырыған кешеләрҙе лә зарарлай. Хәйләкәр вирус кешелә иммунитет, вакцина барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә мутацияға бирелә.

Шул уҡ ваҡытта уны тик  вакцина менән генә ауыҙлыҡларға мөмкин. Һәр хәлдә әлегә. Һәм шуныһы, белгестәр әйтеүенсә, Ер шарының ун процент халҡына бер ниндәй ҙә вакцина тәьҫир  итмәй. Йәғни, һәр ҡалала, ауылда булһынмы халыҡтың ун процентына вакцина эшләттең ни, эшләтмәнең ни! Ләкин был ҡурҡыныс түгел. Вирус таралыуы туҡтаһын өсөн халыҡтың етмеш процентында иммунитет булыуы етә. Йәғни егерме процент запас ҡала. Ә бына вакцинаның запасы бармы һуң? Прививка эшләтергә өгөтләйбеҙ ҙә, ә ул бармы һәм ҡайҙа? БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина һөйләй.

Тәримә Таймаҫова тормошҡа юмор аша ҡарарға күнеккән. Коронавирус пандемияһы башланып, тулы изоляция режимы иғлан ителгәс тә төшөнкөлөккә бирелмәй. Ҡатмарлы сирҙең урап үтеүе - ярты бәхет. Тулы ышаныс менән йәшәү өсөн прививка ҡаҙатырға  кәрәк, ти ул.

Ауырып китһәм, икенсе кешегә йоҡтороуым ихтимал. Таҙа булһам, башҡа кеше сирләмәҫ. Урамға сығырға кәрәк миңә, икмәккә, саф һауаға. Миңә 85 йәш, 15 йәш тағы яңынан торорға ине.

Тәримә Таймаҫова, Өфөлә йәшәүсе

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында спектаклдәр һәр ваҡыт тулы залдар менән үтә. Вакцинация буйынса мобиль пункттың тәүге эш көнөнән үк аншлаг. Прививка яһатырға теләүселәрҙән ҙур сират барлыҡҡа килде. Халыҡ көндөҙгө сәғәт өстән киске һигеҙенсе яртыға тиклем ҡабул ителә. Алдан яҙылырға кәрәкмәй.

Мәҙәниәт учреждениеһында Мәскәүҙәге «Геликон-опера» миҫалында күсмә пункт ойошторолдо. Поликлиникаларҙан айырмалы, театрҙа күпкә тынысыраҡ, сәнғәт атмосфераһы хакимлыҡ итә.

Театрҙа эшләгән булманы, бында беҙгә бик оҡшай. Бик матур атмосфера, бынан һуң театрға килге генә килеп тора.

Рәмилә Лотфиева, Өфөнөң 1-се поликлиникаһы табип-эпидемиологы

Шулай ҙа вакцинация төптө спектакль түгел. Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы кампания былтыр декабрҙә старт алды. Тәүгеләрҙән булып прививканы «Ҡыҙыл зона»ла эшләгән табиптар яһатты. Бөгөн был мөмкинлек менән ун һигеҙ йәштән өлкәнерәк граждандарҙың барыһы ла ҡуллана ала. Поликлиникаларҙа вакцинацияға яҙылыусыларҙан ҙур сират.

Ғинуарҙа беҙгә меңдән ашыу вакцина килгәйне, халыҡ башта ҙур ҡурҡыу менән ҡараны быға. Бөгөнгө көнгә ул вакцина яһалып бөттө. Яҡын көндә вакцина килергә тейеш, яҙыла халыҡ, ажиотаж булыр тип уйламаныҡ.

Гүзәл Әхмәтшина, Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы фельдшеры
Башбат

Рәсәй фәне, медицинаға ҡаршы пропаганда алып барылыуға ҡарамаҫтан, сит ил ғалимдары ла ГАМ-КОВИД-ВАК препаратына ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Вакцинаның экспортҡа күпләп сығарылыуы беҙҙең халыҡҡа бушлай яһау мөмкинлеге бирә лә инде.

Германияның алдынғы юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлектәбеҙ. Онлайн-лекциялар, мәғариф курсттары алып барған күп немец профессорҙары Башҡортостанға килеп, Спутник V вакцинаһын ҡаҙатырға әҙерлеген билдәләй. Улар шаяртмай, етди фекерҙә.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, профессор

Был аңлашыла. Европа илдәренә коронавирус яңы тулҡын, яңы көс менән бәрелде. Йәнә тоталь сикләү саралары индерелә башланы. Хөкүмәт йортонда ойошторолған сираттағы «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә Радий Хәбиров донъяла сирҙең яңы штамдары барлыҡҡа килеүе борсоуға һалыуын билдәләне.

Я прошу чтобы медицинские учреждения были аккуратны, у нас пока вспышек не зафиксировано. Необходимо наращивать вакцинацию против COVID-19. Мы привили более 114 тысяч жителей, а нам необходимо провакцинировать не менее 2 млн человек для того, чтобы справиться с этой болезнью.

Радий Хәбиров, Башҡортостан башлығы

Башҡортостан табиптары коронавирустың бик мәкерле булыуын билдәләй. Өсөнсө-дүртенсе тапҡыр ауырып, дауаханаға эләккән пациенттар ҙа бар. Симптомдарҙың ҡатмарлаша барыуы күҙәтелә. Сир бигерәк тә нервы системаһына насар тәьҫир итә.

Үпкә шешеүенән тыш, эстәре ауырта, тамағы шешә, тауышы юғала, иң ҡыйыны – уларҙың хәле булмай, хатта, ҡалаҡтарын да күтәрергә хәлдәре етмәй. Үҙгәреп тора клиникаһы.

Фәнил Шәмиғолов, Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы баш табибы

Коронавирусты тулыһынса еңеү өсөн донъяла йәшәүселәрҙең етмеш процентында иммунитет булырға тейеш. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ла ҡотҡарыу сараһын тик вакцинацияла күрә.

Кешеләрҙең ҡандарында антиматдәләр күпләп килеп сыға башлаһа, кемеһе ауырып, кемеһе вакцинация үтеп, был вирус ауырыу сығара алмаясаҡ. Икенсе яғы бар – был вирустың үҙенсәлеге шундай – ул мутацияға ла бирелеүе лә ихтимал. Яңы штамм барлыҡҡа килһә, был ауырыу яңынан да ҡайтыуы мөмкин.

Марсель Тойғонов, Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология, вирусология кафедраһы мөдире, профессор

Белгестәр илдә коронавирустың өсөнсө тулҡыны апрель аҙағы, май башына тура киләсәк тип фаразлай. Әммә ул уҙған йылдағы кеүек ауыр ҡабул ителмәйәсәк. Ковид-госпиталдәр эшләй, сирлеләрҙе дауалауҙа ҙур тәжрибә тупланған. Иң мөһиме – вакцинация ла әүҙем бара. Башҡортостанда ғына прививка яһатыу буйынса 130 пункт булдырылған.

Фото №1 - Рәсәйҙә коронавирустың көньяҡ африка штамы менән сирләү осрағы асыҡланды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ