Тәү ҡарашҡа ҡала сите, ә рәсми документтарҙа Өфөнөң Октябрь районы. Ҡала тиһәң, күп уңайлыҡтарҙан мәхрүм. Урынлашыуы ла федераль трасса, тимер юлы аръяғында. Тап һуңғыһы Нуғай ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн үҙҙәрен ҡала кеше тип атарға ҡамасаулай ҙа инде. УТәү ҡарашҡа ҡала сите, ә рәсми документтарҙа Өфөнөң Октябрь районы. Ҡала тиһәң, күп уңайлыҡтарҙан мәхрүм. Урынлашыуы ла федераль трасса, тимер юлы аръяғында. Тап һуңғыһы Нуғай ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн үҙҙәрен ҡала кеше тип атарға ҡамасаулай ҙа инде.л ғына ла түгел, Иглин районының Аҡбирҙе, Ҡарамалы һәм башҡа бик күп ауылдар халҡының үҙәгенә үткән бәлә. Тап бәлә. Сөнки тимер юлы аша үтеү күп тапҡырҙар фажиғәгә әйләнде. Күпме ғүмерҙәр өҙөлдө. Ҡала хакимиәте лә бер нисә йылдар инде был урында үткәүел төҙөтәм тип уҡтала, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында проект ҡағыҙҙа ғына ҡала. Һәр яңы килгән ҡала башлығының вәғәҙәләре үтәлмәй ҡалды. Һәм, ниһәйәт, мәрхүм булған Өлфәт Мостафиндың эшләү осоронда был ниәт тормошҡа ашырыла башланы. Быйыл ул ҡағыҙҙан ысынбарлыҡҡа күсерелә башлаясаҡ.
Семафорҙың ҡыҙыл уты сираттағы поездың яҡынлашыуы тураһында иҫкәртә. Локомотив әле күҙгә күренмәһә лә, был сигнал шунда уҡ водителдәрҙән туҡтап тороуҙы талап итә. Ә был ваҡытта тимер юлы тирәләй автомобилдәр тығыла. Ҡайһы ваҡытта уның оҙонлоғо километрҙарға һуҙыла. Өфөнөң Зинин ауылындағы бындай күренеш менән бөгөн бер кемде лә ғәжәпләндереп булмай. Сөнки ул күптән инде был тирәләге халыҡтың үҙәгенә үткән төп проблемаға әүерелгән.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, был урындан көн һайын 40 меңгә яҡын автомобиль үтә. Улар араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусылар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, дүрт йыл элек теркәлгән аварияны күптәр бөгөн дә яҡшы хәтерләй. Ул ваҡытта «Рено» автомобиленең поезға юл бирмәүе һөҙөмтәһендә 56 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлдө.
Өфө эргәһендәге ауылдарҙың йылдан-йыл үҫә барыуы күҙәтелә. Айырыуса пандемия осоронда ҡала ситендәге күсемһеҙ милеккә ихтыяж артты. Әйтәйек, Нуғай ҡасабаһында ғына бөгөн 25 меңгә яҡын кеше йәшәй. Киләһе биш йылда уның халҡы 35-40 меңгә етер тип көтөлә. Шуға ла киләсәктә тығындар менән бәйле хәлдең тағы ла киҫкенләшеүен күҙаллап, быйыл тимер юлы аша яңы үткәүел төҙөлә башлай.
Объекттың хаҡы – 1 миллиард 400 миллион самаһы. Уның проекты бер йыл самаһы әҙерләнгән. Эштәр быйыл башланып, 2023 йылға тиклем дауам итер тип көтөлә. Финанстарҙы «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә бүлеү ҡаралған.
Ҡош бейеклегенән ҡарағанда бөгөн Нуғай шоссеһы Зинин ауылы эргәһендә дуғаны хәтерләтә. Әлбиттә, бөгөлгән урын водителдәргә өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙырыу менән бер рәттән, хәүефһеҙлеккә лә кире йоғонто яһай. Шуға ла проект авторҙары яңы юлды проектлағанда уның тура булыуын, ә ситенән урау маршруттар хәстәрләгән. Бынан тыш, хужаларҙан ҡала ихтыяждары өсөн ер участкалары һатып йәки тартып алынасаҡ. Әле «ҡыҙыл» зонаға ҡараған биләмәлә бер нисә тораҡ булмаған объекттар урынлашҡан.
Өфөнөң Тимашев ауылы эргәһендә лә оҙаҡ йылдар дауамында ошондай уҡ проблема була торғайны. Ике йыл элек яңы күпер сафҡа инеү менән автомобилдәр тығыны юҡҡа сыҡты. Хәйер, Зинин, Нуғай һәм Аҡбирҙе кеүек ауылдарҙа йәшәүселәргә лә көтөргә оҙаҡ ваҡыт ҡалманы. Ағиҙелдә боҙ ҡуҙғалыу менән төҙөлөш майҙансығында эш йәнләнәсәк.
Илдар Байбулатов




