Был турала бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Ярты йыл эсендә эшһеҙҙәр һаны 19 мең, эшһеҙлек буйынса теркәлеүселәр 47 мең ярымға кәмегән.
Теркәлгән эшһеҙлек кимәленең биш тапҡырға тиерлек артыуына ҡарамаҫтан, пандемия осоронда республиканың хеҙмәт баҙарында күпләп ҡыҫҡартыуҙар булмаған.






