Рейд барышында штраф түләмәгән водителдәр асыҡлана. Өлкән автоинспектор Ленар Зиннуров:
Йыл башынан республикала штрафтарын ваҡытында түләмәгән 2 мең ярымдан ашыу водитель яуапҡа тарттырылған. Бурыстар тураһындағы мәғлүмәтте дәүләт автоинспекцияһы сайтында һәм дәүләт хеҙмәттәре порталында тикшерергә була. “Бурыслы” операцияһы бер ай дауам итә.






