“Йыл дауамында ике тапҡыр эскән килеш руль артына ултырған йәки аварияға эләккән водителдең машинаһы конфискациялана”, - тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев. Спикер фекеренсә, был сара иҫерек автоһәүәҫкәрҙәр ҡатнашлығындағы юл ҡазаларын кәметергә булышлыҡ итә. Башҡортостан парламенты депутаты Руфина Шаһапова машиналарҙы тартып алыуға ҡаршы булыуы хаҡында белдерҙе.
Үткән аҙнала республикала 249 иҫерек водитель ҡулға алынған.






