Башҡортостан етәксеһе ил баш ҡалаһы мэры урынбаҫары Максим Ликсутов менән осрашыуы тураһында хәбәр итте. Өфөнөң юл селтәре үҫеше, автобус, троллейбус һәм трамвай хәрәкәтен көйләү, күпер һәм юл үткәргестәр тураһында һөйләшеү булған.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Мәскәү мэры урынбаҫары республиканың “Алға” транспорт картаһына юғары баһа биргән.







