Хеҙмәт урындарын юғалтыусыларҙы эшкә алыусыларҙы субсидиялау өсөн Башҡортостан федераль бюджеттан 674 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Был аҡсаларға шулай уҡ ҡыҫҡартыуға эләгеү хәүефенә ингән хеҙмәткәрҙәрҙе икенсе һөнәргә уҡытыусы предприятиелар ҙа өмөт итә ала.
Был дәүләт ярҙамы пандемия ваҡытында эшһеҙлекте тотҡарлау буйынса һөҙөмтәле механизм. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, Башҡортостан ошондай программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырып эшһеҙлекте кәметеүгә өлгәшкән. 2020 йылдың көҙөнән был күрһәткес 47 мең кешегә кәмегән.
Радий Хәбиров йыл аҙағына тиклем эш менән мәшғүл халыҡ күләмен 2017 йыл күрһәткестәренә еткерергә ҡушты. Яңы эш урындары булдырыу өсөн федераль субсидиялар йәләп итеүҙе әүҙемләштереү кәрәклеген белдерҙе.
Айнур Кәбиров






