Коронавирус сиренән вафат булған фельдшерҙың ғаиләһен түләүҙәрҙән мәхрүм итәләр

Ашығыс ярҙам станцияһында эшләгән фельдшер коронавирус сиренән һауыға алмай һәләк була. Бер айҙан тормош иптәше лә баҡыйлыҡҡа күсә. Етем ҡалған 9 йәшлек улдарын өләсәһе менән олатаһы тәрбиәгә ала. Ә бына Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте ғаиләгә тәғәйен түләүҙәрҙе кире ҡаға. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Артабан нимә булғанын Стелла Владимировна насар хәтерләй. Һуңғы бер нисә ай пенсионер өсөн еңел бирелмәй. Йыл башынан ул бер-бер артлы яҡындарын ерләй. Тәүҙә ҡыҙы, унан һуң кейәүе, күп тә үтмәй әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә.

Ҡатын үҙе лә коронавирус сире менән ауырый, ләкин ҡыҙы Еленанан айырмалы рәүештә, пенсионерҙың организмы инфекцияны еңеп сыға. Туғандары әйтеүенсә, фельдшер Елена Ғәйнуллова үҙен насар тойһа ла бер нисә көн дежурлыҡҡа сыға. Сөнки сирләүселәр күп, ә эшләргә кеше юҡ кимәлдә.

Лена көнө-төнө эшләне. Вафат булғайны бөтәһе лә онотто. Ә ул күмпе ауырыуҙаға ярҙам итте. Лена тураһында ғына түгел, ғөмүмән, барлыҡ ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре тураһында әйтәм.

Стелла Терещенко, Елена Ғәйнуллованың әсәһе 

Ашығыс ярҙам станцияһында сыҡҡан хәл йәмәғәтселектә бәхәс тыуҙыра. Коронавирус инфекцияһы менән бында күптәр сирләй һәм һәр саҡ страховка түләүҙәре кисектерелмәй килә торғайны, ти фельдшерҙың коллегалары. 12 йыл ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләгән Елена 15 ғинуарҙа ковид-госпиталдә вафат була.

Осраҡ буйынса Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығы тикшереү үткәрә. Ашғыс ярҙам хеҙмәте табибы коронавирус сирен эш урынында йоҡтормаған, тигән һығымтаға киләләр. Шуға күрә, етем ҡалған 9 йәшлек малайға бер ниндәй ҙә түләүҙәр ҡаралмай. 

Ҡыҙғанысҡа күрә, профессиональ бурысын үтәгән ваҡытта пациенттарҙан коронавирус сирен йоҡтороуҙы раҫлаусы осраҡтар билдәләнмәй.

Әммә медицина хеҙмәткәрҙәренең «Хәрәкәт»« профсоюз ойошмаһы раҫлауынса, Елена дауалаған дүрт пациенттың Ковид-19 сире менән ауырығаны билдәле.

Табипты өйгә саҡырыу ҡағыҙын фотоға төшөрә ине. Аҙаҡ уға декабрҙә коронавирус сире менән ауырыусыларҙы дауалағаны өсөн 9 мең һум аҡса күсте. Был хәл инфекция йоҡторған пациенттар менән эшләгәнен раҫлай.

Лидия Вәлиева, ашығыс медицина ярҙамы станцияһы фельдшеры, Елена Ғәйнуллованың хеҙмәттәше

Осраҡ буйынса Башҡортостан прокуратураһы һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла ҡыҙыҡһына башлай. Башҡорт парламентарийҙары ла ситтә ҡалмай. Депутаттар билдәләүенсә, был хәлде улар тикшереүгә алған.

Коронавирус сиренән вафат булыусы медиктарҙың ғаиләһенә 2 миллион 700 мең һум түләнергә тейеш. Аңлашыла, был сумма 9 йәшлек Стасҡа ата-әсәһен алмаштыра алмай. Ләкин финанс ярҙам опекунлыҡҡа алған пенсионерҙарға малайҙы аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итәсәк. Стас иһә күңелһеҙ ваҡиғаға ышанырға теләмәй, ул һаман да әсәһе дежурлыҡтан ҡатып инер, тигән өмөт менән йәшәй.

Фото №1 - Коронавирус сиренән вафат булған фельдшерҙың ғаиләһен түләүҙәрҙән мәхрүм итәләр
Башбат

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ