Ул ай аҙағына тиклем дауам итә. Сара барышында юл инспекторҙары штрафтарын түләмәгән водителдәрҙе асыҡлаясаҡ. Бының өсөн юлда туҡтатылған автомобиль хужалары тураһында мәғлүмәт белешмәләр базаһында тикшерелә.
Түләнмәгән штрафтар асыҡланған осраҡта водителдәргә ҡарата административ эш асыу ҡарапған, суд ҡарары менән ғәйепләнеүселәрҙең 15 тәүлеккә администатив арестҡа алыныуы итхтимал.
Йыл башынан испекторҙар ошо статья буйынса 2 мең ярымға яҡын хоҡуҡ боҙоусыны яуаплылыҡҡа тарттырған. Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы йә иһә Дәүләт хеҙмәттәре порталы сайттарында белергә мөмкин.






