Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу юғары уҡыу йортона инергә киң мөмкинлектәр аса

Химия фәнен 100 балға тапшырған Анна Попова Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. Уҡыу алдынғыһы һәм әүҙем студент Берҙәм дәүләт имтихандары нигеҙендә белемде баһалау дөрөҫ түгел тигән фекер менән килешмәй.

Имтихандарҙы йөҙ балға тапшырыу өсөн тырыш, сәмсел ҡыҙ көн һайын ҡатмарлы тест һорауҙарын үҙ аллы яҙған, белем кимәлен тикшергән, мәғлүмәтен системаға һалған.

Берҙәм дәүләт имтихандарына ике йыл әҙерлек барышында махсус система уйлап таптым. Көн һайын ҡатмарлы тестарға яуаптар яҙҙым. Был тестар белем кимәлемде  күрһәтергә һәм яҡшы уҡыусылар рәтендә булырға ярҙам итте.

Анна Попова, Башҡорт дәүләт медицина университетының 1-cе курс студенты
Фото №1 - Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу юғары уҡыу йортона инергә киң мөмкинлектәр аса

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ