Был турала “Ирҙәр ҡоро” рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғускаров белдерҙе. Апрелдә Башҡортостан ир-егеттәре форумы була. Уның маҡсаты - ирҙәр советтарының эшен әүҙемләштереү, йәмғиәттә атайҙарҙың абруйын күтәреү. Ҡор барышында булдыҡлы атайҙар араһында ойошторолған конкурс еңеүселәрен бүләкләү планлаштырыла, ти Зариф Байғусҡаров.
Ир-егетттәр ҡоро тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән социаль селтәрҙә танышырға була.






