Бөгөн республикала “Агрокомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе башланды. Быйыл унда Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән, сит илдәрҙән делегациялар ҡатнаша. Киләсәктә күргәҙмәгә килеүселәр һаны тағы ла артырына өмөтләнәм, тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров сараны асыу тантанаһында.
“Агрокомплекс” күргәҙмәһе яңы бәйләнештәр булдырырға, хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйергә булышлыҡ итә, тине Рәсәй Ауыл хужалығы министры департаменты етәксеһе Роман Некрасов.
Күргәҙмә 31-се тапҡыр ойошторолдо. Ул 26 мартҡа тиклем дауам итә.




