Был турала беҙгә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илфир Нурмөхәмәтов хәбәр итте. Бында киндер эшкәртеү заводы төҙөлә башлаған.
Кушнаренкола ужым культуралары яҡшы ҡышлаған. Әле районда машина-трактор паркын яңыртыу бара. Былтыр хужалыҡтарға 140 миллион һумға техника алынған. Быйыл был маҡсаттан 187 миллион тотоноу ҡарала. Илфир Нурмөхәмәтов белдереүенсә, “Росагролизинг” компанияһы менән 90 миллионға килешеү төҙөлгән. Мартта Кушнаренкола агрономдар конференцияһын үткәреү планлаштырыла.




