Республика Премьер-министры Андрей Назаров 30 янғын цистернаһы һатып алыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Прицеплы янғын техникаһы утты тиҙ арала һүндереүгә булышлыҡ итә, ландшафт янғынын һүндереүҙә файҙаланыла. Уҙған йыл республика ҡаҙнаһы иҫәбенә ошондай 30 техника һатып алынған.






