Өфөлә ике кеше янғында һәләк булған

Фото №1 - Өфөлә ике кеше янғында һәләк булған

Комсомол урамындағы күп ҡатлы йортта ут сыҡҡан. Янғын 5-се ҡаттағы фатирҙарҙың береһендә теркәлә. Ваҡиға урынынан ҡотҡарыусылар 30 кешене эвакуациялаған. Ут сыҡҡан фатирҙа ир һәм ҡатын кәүҙәһе табылған.  Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, ағымдағы йылда 76 кеше, шул иҫәптән 3 бала ут ҡорбаны булған. Ведомство етәксеһе бәхетһеҙ осраҡтар сығыуына юл ҡуймаҫ өсөн янғын  сығыуын хәбәр итеүсе ҡорамалдар ҡуйырға саҡыра.

Өфөлә ике кеше янғында һәләк булған
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ