Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы өсөн запас частәр етештереү предприятиеһы эш башланы

 Яңы цехты асыу тантанаһы Өфөлә ойошторолған «Агрокомлекс» халыҡ-ара форумы сиктәрендә уҙҙы. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй ауылы хужалығы министрлығы Департаменты етәксеһе Роман Некрасов, сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән эксперттар, ауыл хужалығы вәкилдәре ҡатнашты.

«Агрокомплекс» халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе йыл һайын ойошторола. Быйыл экспозициялар 16 мең квадрат метр майҙанды биләй, унда Рәсәйҙең 37 төбәгенән 300-ҙән ашыу компания ҡатнаша.

Күргәҙмә 26 мартҡа тиклем эшләй. Өфө районында  асылған ауыл хужалығы техникаһына запас өлөштәр етештереү цехы иһә инвестиция сәғәтендә ҡаралған проекттарҙың береһе. Уны сафҡа индереүгә 220 миллион һум инвестиция һалынған,  30 яңы эш урыны асылған.  Радий Хәбиров билдәләүенсә, пандемияға ҡарамаҫтан аграр тармаҡ алға бара.

Фото №1 - Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы өсөн запас частәр етештереү предприятиеһы эш башланы

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ