Өфөнөң 25-се мәктәбендә татар теле кабинетында этномузей асылды

Туған телгә – һөйөү менән. Мәғариф проекты Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. 600 мең һум суммаға ике өлөштән торған музей боронғо экспонаттар менән йыһазландырыла. Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт дәрестәрендә уҡыусылар милли орнамент, биҙәүестәр, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр менән файҙалана аласаҡ.

Этномузей асылыу уңайынан байрам ойошторолдо. Башланғыс синыф уҡыусылары туған телгә арналған йыр-бейеүҙәр башҡарҙы. Музей малай-ҡыҙҙарға телде өйрәнеүгә этәргес булыр тип көтөлә. Балаларҙа татар теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн этномузейҙа әҙәби кисәләр, мәҙәни саралар ойоштороу ҡаралған.

Фото №1 - Өфөнөң 25-се мәктәбендә татар теле кабинетында этномузей асылды

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ